Республика кардиология үҙәге яңыртыласаҡ. Ошо маҡсатта Башҡортостан ҡаҙнаһынан 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Был суммаға Кардиология үҙәгенең әлеге биналары ремонтлана, яңы хирургия корпусы төҙөлөргә, заманса ҡорамалдар алынырға тейеш. Иҡтисади үҫеш министрлығы идарасы компанияны 30 июлдә һайлап ала. Реконструкцияны 2022 йыл аҙағына тамамлау планлаштырыла.
Фото: интернет





