Тәбиғәттең үҙ ҡануны

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының елдең көсәйеүе тураһында иҫкәртеүе үҙ көсөндә ҡала. Атап әйткәндә, бөгөн айырым райондарҙа ҡойма ямғыр һәм йәшен көтөлә, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етер тип күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ 23-28 градус йылы. Юлдарҙа урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр булыуы көтөлә. Өфөлә лә бөгөн йәшен менән болотло һауа торошо фаразлана. Термометр шкалаһы 22-25 градус тирәһе күрһәтәсәк.

Фото: Интернет