Һәләтле балалар республикала ҡалырға, ситкә китмәҫкә тейеш

Был турала бөгөн Республика Башлығы һәләтле балаларға булышлыҡ итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Эште системалы алып барыу, шарттар тыуҙырыу мотлаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Кәңәшмәлә күтәрелгән проблемалар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

Фото №1 - Һәләтле балалар республикала ҡалырға, ситкә китмәҫкә тейеш

Һәләтле балалар тигән төшөнсә күп яҡлы, бында һүҙ бер йүнәлеш хаҡында ғына бармай. Берәүҙәрҙең уҡыуға, икенселәрҙең ижадҡа, өсөнсөләрҙең спортҡа ынтылышы булыуы мөмкин. Тик уларҙы асыҡлау, үҫтереү шарт. Был үҙенә күрә инвестиция, бөгөн республика балаларға булышлыҡ итһә, бер нисә йылдан улар төбәк иҡтисадын күтәрәсәк.

Рөстәм Хәмитов: «Нам нужно, чтобы талантливые, одарённые, самые способные дети работали здесь, у нас в республике, не уезжали. Понимаем, что этот процесс - отъезд способных ребят на учёбу в другие города - может быть, объективен в известной части. Но нам надо уметь возвращать этих ребят обратно, создавать для них условия, формировать новые рабочие места. Это самостоятельная, крупная проблема»

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, совет заманындағы һымаҡ автор мәктәптәре кәрәк, улар белем биреүҙең яңы форматтарын индерергә булышлыҡ итәсәк. Тағы бер йүнәлеш - олимпиада хәрәкәтен йәнләндереү. Кәңәшмәлә ҡатнашыусы йәштәр фекеренсә, республика үҙәге ойошторорға һәм халыҡ-ара кимәлгә сығырға мөмкин.

Еңеүселәр тәрбиәләгән педагогтарҙы дәртләндереү, балаларға һәләттәрен асыу өсөн шарттар тыуҙырыу, үҫергә булышлыҡ итеү, мәктәп-вуз бәйләнешен нығытыу һәм башҡалар. Уңайлыҡтар тигәндә заман технологияларын үҙләштереү ҙә күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, белем усаҡтарында киң һыҙатлы интернетты индереү. Был уҡыусыларға мәғлүмәт алыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ.

Рөстәм Хәмитов: «Есть у нас Концепция развития одарённых (талантливых) детей и молодежи в республике. Сейчас определяются объёмы и источники её финансирования. Ещё раз хочу подчеркнуть, что мы всё-таки должны не создавать какие-то особые, тем более тепличные условия для одарённой молодежи, а работать со всеми детьми, создавать в каждой школе возможности для того, чтобы одарённый ребенок, если у него есть способности, мог там реализовывать себя»

Фекер алышыу барышында Башҡортостан сириусы, йәғни һәләтле балаларҙы туплау, йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе лә күтәрелде. Өфө эргәһендәге "Йондоҙсоҡ" лагеры базаһында йыл әйләнәһенә эшләгән үҙәк асырға мөмкин. Тәҡдимдәр бөтәһе лә урынлы. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, һәләтле балалар менән эшләү комплекслы ҡараш талап итә. Улар барыһы ла концепцияла сағылыш табырға тейеш.

Һәләтһеҙ балалар юҡ, уларҙы тик ваҡытында күрә, үҫтерә белергә генә кәрәк. Ә был эҙмә-эҙлекле, системалы эшмәкәрлек талап итә. Республика башлығы һәләтле балаларға булышлыҡ итеү буйынса дөйөм концепцияны ғәмәлгә индереү бурысын ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ