Һыу ҡорбаны

1 июлдә Өфө районы "Йоматау" баҡсасылар ширҡәтенән сығып ғәйеп булған 1954 йылғы ҡатын Дим йылғаһында табылды. Уның кәүҙәһенә урында йәшәүселәр юлыға. Шаһиттар шунда уҡ хоҡуҡ һағындыларға хәбәр итә. Ҡатындың үлем сәбәптәрен суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ. Ғөмүмән, миҙгел асылғандан алып республикала егерменән ашыу кеше һыу ҡорбаны булған. Уларҙың бишәүһе балалар. Асыҡланыуынса, балалар өлкәндәрҙең ҡарауынан тыш һыу ингән.