Яңы спорт кейеме

"Салауат Юлаев" клубы "Инстаграм"дағы рәсми битендә яңы спорт кейемен тәҡдим итте. Сервисмен Сергей Бәхтийәровтың ҡулындағы форма менән юлаевсылар быйылғы миҙгел алды турнирҙарында сығыш яһаясаҡ. Атап әйткәндә, Николай Цылугин тәрбиәләнеүселәре августа Силәбе өлкәһе губернаторы һәм Башҡортостан кубоктары өсөн көрәш алып барасаҡ. Иртәгә Башҡортостандың төп хоккей командаһы ялдан сыға. Уйынсылар иң тәүҙә медицина тикшеренеүе үтә, һуңынан Финляндияла йыйындарҙа ҡатнашасаҡ.