Белорет районында ял итеүсе туристарға ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән. Атыш шарлауығы эргәһендә 12 бала һәм ике өлкән кешенән торған төркөм һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле, Инйәрҙең икенсе ярында тороп ҡалған. Был урында бәйләнеш булмағанға күрә, ярҙамды оҙаҡ көтөргә тура килгән. Ҡотҡарыусылар ҡазаға тарыусыларҙы катамарандарҙа икенсе ярға ташыған. Зыян күреүселәр юҡ.
Фото: Интернет




