"Ғаиләлә баш ашнаҡсы ир-ат булырға тейеш," -тигән ҡарашта Өфөнән Артур Вартикян. Хаҡлы ялға сыҡҡан уҙаман аш-һыу бүлмәһенән сыҡмай тиерлек, тиҫтәнән ашыу рецепт буйынса торт бешерә, төрлө милләт халыҡтарының ризыҡтарын әҙерләй. Оҫта ҡуллы инженер менән хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Артур Вартикянды яҡындары "аш-һыу бүлмәһе батшаһы" тип йөрөтә. Был осраҡлы түгел. 66 йәшлек ир буш ваҡытын газ плитаһы янында үткәреп, тәмле ризыҡтары менән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөндөрә. Бигерәк тә торттар әҙерләүҙе үҙһенә ир, тиҫтәнән ашыу рецепт буйынса бешерә.
Аш-һыу оҫталығына ғаилә башлығы 14 йәшенән өйрәнә башлай. "Иң көслө һәм яратҡан уҡытыусым - әсәйем булды,"- ти ул. Әйткәндәй, Артур Иванович милләте буйынса әрмән, ә ҡатыны грузин. Ғаилә сирек быуаттан ашыу Башҡортостанда йәшәй, әле хаҡлы ялдалар. Кэтеван Парулова тормош иптәшенең шөғөлөн һәр ваҡыт ҡеүәтләй, уға торттарҙы биҙәргә ярҙам итә. Йәйгеһен был ризыҡҡа башлыса емеш-еләк ҡушһалар, ҡышҡыһын корждар араһына һәм өҫтөнә йөҙөм, шоколад валсығы, әстерхан сәтләүеген һалалар.
Оҙаҡ йылдар проектлау буйынса инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Артур Ивановичтың бөгөн буш ваҡыты юҡ тиерлек. Уҙаман аш-һыу китаптарын ҡулынан төшөрмәй, шулай уҡ төрлө тапшырыуҙар ҡарап та оҫталығын камиллаштыра."Яҡшы кәйеф менән күңел һалып бешергәндә - ризыҡ та тәмле килеп сыға,"-ти ул.
Артур Вартикян менән Кэтеван Парулава өсөн ейән-ейәнсәрҙәренең ҡунаҡҡа килеүе - үҙе бер байрам. Еләк, банан ҡушып әҙерләнгән тортты кескәйҙәр яратып ҡабул итә. Татыу ғаилә ғәзиз кешеләрен бөгөн сәйгә саҡырып, тағы ла һөйөндөрөргә ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина




