Республикала хәбәрһеҙ юғалған Максим Стародубовты үлтереүҙә ғәйепләнеүсене ҡулға алалар

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған Максим Стародубовтың үле кәүҙәһе табылды. Ир 3 июль көнө автомобилен һатырға тип сығып китә һәм башҡа бәйләнешкә сыҡмай.

Юғалған ирҙең ҡатыны полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Ирҙе аҙна дауамында эҙләйҙәр. Һуңғы тапҡыр уның автомобиле ҡаланан сығып барғанда камера аҫтына эләгә.

Кисә,10 июлдә, Максима Стародубовтың үле кәүҙәһе табыла. Уны үлтереүҙә ғәйепләнеүсе кеше ҡулға алына. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара һәм ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.