Урында йәшәүсе ир танышын күҙәткәне өсөн суд алдында яуап бирәсәк. 41 йәшлек ир ҡулға алынған.
Ғәйепләнеүсе махсус күҙәтеү ҡоролмаһын танышының «BMW X3» автомобиленә беркетә. 2016-2017 йылдарҙа ул ҡатын артынан күҙәтеү ойоштора. Ир даими рәүештә автомобилдең ҡайҙа икәнлеге хаҡында электрон мәғлүмәт ала.
Ҡатын, ирҙең гел ул булған урында йөрөүөн иҫәпкә алып, күҙәтеү барлығын һиҙә. Автосервиста автомобилдән күҙәтеү ҡоролмаһы алына. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.
Фото: Интернет




