Өфөнән Санкт-Петербургҡа йүнәлгән самолет тиҙ арала Ҡазанда туҡталыш яһарға мәжбүр була. Пассажирҙарҙың береһенең хәле насарая.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер нисә сәғәт элек Аэробус A319 пассажирҙар ташыу самолеты «Ҡазан» Халыҡ-ара аэропортында туҡтала. Бер пассажирҙың хәле насарая.
Аэропортта пассажирҙы тиҙ ярҙам машинаһы ҡаршы ала һәм реанимацияға оҙата.
Авиалайнер өҫтәлмә яғыулыҡ ала һәм киләһе йүнәлеш буйынса оса.




