Октябрьскиҙә тикшереү үтә. «Октябрьск автомобиль мәктәбе» ойошмаһында етешһеҙлектәр табыла. Автомәктәп етәкселеге мөмкинлеге сикләнгән кешене эшкә ала. Был маҡсатта ойошмаға дәүләттән 80 мең һум күләмендә субсидия бүленә.
Был аҡса хеҙмәткәроҙең эш урынын ҡулайлаштыруға йүнәлтерлергә тейеш була. Ойошма техника, шул иҫәптән монитор, һатып ала.Прокуратура тикшереүе барышында, өсөнсө төркөм инвалиды эш урынында үҙенең шәхси мониторын ҡулланыуы асыҡлана. Ә яңы монитор учреждение етәксеһе бүлмәһенә урынлаштырылған була.
Етәксегә шелтә яһала. Етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Яуаплы хеҙмәткәр яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Фото: Интернет




