Өфөлә нахаҡҡа атылған республика йәмәғәт эшмәкәрҙәрен иҫкә алдылар

Өфөлә 1938 йылдың 10 июлендә республиканың бер нисә йәмәғәт эшмәкәррен нахаҡҡа аталар. Улар араһында яҙыусы Дауыт Юлтый, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Ғабдулла Амантай һәм башҡалар була. Был көндө барлығы 43 кешегә үлем язаһы сығарыла.

Репрессия ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янына “халыҡ дошмандары” тип иғлан иткән быуындың балалары йыйылып, ата-бабаларын иҫкә алды.