Башҡортостандың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы Өфөлә йәшәй

Баймаҡ районында тармаҡ хеҙмәткәрҙәренкең республика бәйгеһе үтте. Йыл һайын ойошторолған сараның төп маҡсаты - урман эшселәренең профессиональ кимәлен күтәреү, һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм йәштәрҙе йәлеп итеү.

Бәйгелә Урман хужалығы министрлығы, эре урман ширҡәттәре һәм район урмансылығы командалары ҡатнашты. Улар өсөн Граф күле буйында махсус майҙансыҡ әҙерләнгән. Унда бер тигеҙ ағастар урынлаштырылған. Урман ҡырҡыусылар уларҙы тиҙлеккә бысты, бәйге талаптарына ярашлы эшкәртте.

Командалар араһында Өфө урман техникумы белгестәренә етеүселәр булманы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 50 мең һумлыҡ аҡсалата премия тап уларға тапшырылды. Шәхси беренселектә лә баш ҡала вәкиле Александр Первушинға етеүсе табылманы. Еңеүселәр быйыл сентябрҙә Екатеринбургта уҙасаҡ бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.