Бер быуатлыҡ мәктәп

Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрамға белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар йыйылды. 1944 йылдан алып мәктәптә мең 3 йөҙ уҡыусы белем алған.

Фото №1 - Бер быуатлыҡ мәктәп

Тәүге сығарылыш 78-се йылда теркәлгән, ул йылда 133 балаға өлгөргәнлек аттестаты тапшырылған.

Рәсил Мөхәмәтйәнов мәктәпте 49 йыл элек тамамлаған, ләкин хәтер иҫкермәй. Шул уҡ стеналар, шул уҡ бүлмәләр, йыһаздар ғына яңы. Белем усағы беҙҙең өсөн уҡыу йорто ғына түгел, тормош мәктәбе лә, ти ул.

Иҫке Ҡаҙансы тирә-йүнгә күсеп ултырған 24 танып ырыуы башҡорттары ауылдарына үҙәк булып тора. Ауылдың да, мәктәптең дә абруйы юғары. Фәнәүиә Хәлилова ҡырҡ йылдан ашыу балалар уҡытҡан. Әле лә уның тормошо белем усағы менән тығыҙ бәйле.

Фәнәүиә Хәлилова, мәғариф ветераны: “Был мәктәпте бигерәк яратам, уҡытыусыларҙы яратам. Ҡыҙым бында уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй, ейәнем уҡый, быйыл унынсы синыфты тик биштәргә генә бөтөрҙө, бәләкәй ейәнсәрем ҙә өсөнсө синыфта бик яҡшы уҡый. Мәктәп әйбәт, коллектив әйбәт”

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе район, республикаға ғына түгел, тотош илгә данлыҡлы шәхестәр, абруй, хөрмәт яулаған ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләгән. Бер быуат эсендә мәктәп мәғариф ѳлкәһе системаһында юғары үрҙәр, ҡаҙаныштар яулаған. Йылдар үткән һайын белем усағы яңыра, замансалаша бара.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ