Өфөлә заманса яҡтылыҡ ҡоролмаһын урынлаштырасаҡтар

Башҡалала байрамса яҡтылыҡ ҡоролмаһына 116 млн һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Был эшкә аукцион иғлан ителә. Уны еңеүсе Өфөнөң бер нисә урамын яҡтылыҡ ҡоролмалары менән биҙәйәсәк.

Фото №1 - Өфөлә заманса яҡтылыҡ ҡоролмаһын урынлаштырасаҡтар

Цюрупа урамында яҡтылыҡты булдырыу күҙаллана. Ҡоролма Ибраһимво бульварынан башланып З.Вәлиди киҫелешенә тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ, яҡтылыҡ Беренсе Май урамына ҡуйыласаҡ.

Октябрь проспектында иллюминация Минһажев урамынан башланып Әй урамына тиклем һуҙыласаҡ. Шулай уҡ Үҙәк баҙар ҡулсаһынан Минһажев урамына тиклем. Бар иллюминацияны ағымдағы йылдың ноябрь айына тиклем урынлаштырыу күҙаллана.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ