Маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү өсөн инвестицияларҙы арттырыу мөһим

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика стратегия комитеты ултырышында белдерҙе.

Фото №1 - Маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү өсөн инвестицияларҙы арттырыу мөһим

Кәңәшмәлә төбәктең ҡыҫҡа һәм оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән социаль-иҡтисади күҙаллауҙарының төп макроиҡтисади күрһәткестәре тикшерелде. Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, улар Рәсәй Президентының 2024 йылға иҫәпләнгән милли маҡсаттар һәм стратегик үҫеш мәсьәләләре тураһындағы указына ярашлы башҡарылылрға тейеш.

Иҡтисади фараздарға таянып киләсәктә республиканың бюджеты һалына. Шуға күрә социаль-иҡтисади күҙаллауҙар октябрь аҙағына тиклем тулыһынса әҙер булырға тейеш. Һәр предприятие, муниципаль район стратегик күҙаллауҙар әҙерләп маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә бурыслы. Кире осраҡта төбәк ҡаҙнаһы юғалтыуҙар кисерәсәк, тине Премьер-министр.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ