Ветерандарының төбәк-ара күсмә семинар-кәңәшмәһе үтте

Форумда ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашып, ветеран ойошмаларының эшмәкәрлеген нығытыу һәм абруйын арттырыу буйынса фекер алышты. Осрашыуҙа шулай уҡ пенсия йәшен арттырыу, оло быуын вәкилдәрен борсоған проблемалар, йәшәү сифатын арттырыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Ултырыш сиктәрендә "2016-2020 йылға тиклемге Рәсәй граждандарына патриотик тәрбиә биреү" дәүләт программаһының үтәләше тикшерелде.