Ауылым тип тибә йөрәгем

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында урындағы футбол командаһы өсөн спорт майҙансығы сафҡа инде. Был матур сараны ауыл халҡы "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына әҙерләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Фото №1 - Ауылым тип тибә йөрәгем

Урындағы мәктәптең футбол командаһы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Майҙаны 180 квадрат метрға еткән спорт майҙансығы - күнекмәләр, физкультура дәрестәре өсөн дә күптән көтөлгән объект. Майҙансыҡ Ишбирҙе халҡының үҙ көсө, урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проектынан ҡалдырылған финанс сығанаҡтары иҫәбенә төҙөлдө.

Социаль объектты асыу тантанаһын Ишбирҙеләр "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына тура килтерҙе. 10 йылда тыуған төйәгенә тәүгә ҡайткан ауылдаштар яҡташтарының тырышлығына һоҡланды.

"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы алтын юбилейҙарын билдәләүсе парҙарҙы, ҡайны-ҡәйнәләре менән татыу йәшәгән, бәпестәре тыуған йәш ғаиләләрҙе, йорт һалып сығыусыларҙы, иң таҙа һәм матур урам хужаларын да билдәләне. Быйыл ауылда 3 сабый доньяға килгән, ике ғаилә өй туйлаған.

Ишбирҙе районда үҙенең үҙенсәлекле саралары менән дан тота. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге фитнес, скандинав хәрәкәтенә лә ауыл халҡы беренселәрҙән булып баҫты. Байрамға ла улар социаль әһәмиәтендәге бик күп обьекттарҙы төҙөкләндерҙе.

Ауылда үткәрелгән барлыҡ сараларға "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы йомғаҡ яһаны. Бөгөн ауылды борсоған проблемалар ҙа юҡ түгел, ул да булһа юл, элемтә бәйләнешен булдырыу. Иң һөйөндөргәне ауылдын потенциалы бар. Сәнки Ишбирҙе тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйәр кешеләре, ныҡлы ғаиләләре менән күркәм. Был ауылдың киләсәген билдәләләгән төп күренеш.

Г.Ишбулатова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ