Бында туғандар, ауылдаштарҙы берләштергән "Һаумыһығыҙ ауылдаштар" байрамы үтте. Тантанала абруйлы ҡунаҡтар, ситтә йәшәүсе ул-ҡыҙҙар, ауылдаштар ҡатнашты. Байрамды хәбәрсебеҙ Әлфиә Хәбирова ла күҙәтте.
Мәсетле ауыл - нурлы ауыл. Көнтүгеш ауылында иман йорто күптән үҙ ишектәрен асҡан. Төбәкте манаралы итеү ауыл халҡының күптәнге хыялы була. Уны оҫталар Фирғәт һәм Ким Ғәлиндар тимерҙән һуға. Барлыҡ ауылдаштар ошо тарихы ваҡиғаның шаһиты булды.
Көнтүгештәр Еңеү таңын бүләк иткән ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә лә бурыслы. Илгә дошман яу асҡас ауылдан 17 ир-егет фронтҡа алына. Улар араһынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөфәр Хәкимйәнов ҡына иҫән.
1711 йылдарҙағы был ерҙәргә Ҡара -Танып олоҫо башҡорттары нигеҙ һалған. Ауылдың үҙ мәсете, һыу тирмәне була. Заманында гөрләп тораған ауылдың бөгөн 92 генә кешеһе ҡалған. Булғандары ла оло йәштәгеләр - Нигеҙ ҡотон һаҡлаусылар. Йәштәр иһә ҡырҙа, ошо ерҙән көс ҡеүәт алғандар ҙа, ситкә һибелгәндәр. Район хакимәте башлығы ла Көнтугеш ауылында тыуып үҫкән. Ҡасандыр уның атаһы 6 ауылды берләштергән Большевик колхозының рәйесе лә була. Бөгөн етәксе ауыл ҡотон һаҡлау яҡлы.
Был көндө Көнтүгештәр түҙемһеҙләнеп тә тулҡынланып та көтөп алды. Ни тиһәң дә ҙур байрам тәүге тапҡыр үтә, нәҫел - нәҫәптәр берлегендә ауыл төҙөкләндерелде. Ситтә йәшәгәндәре лә ситтә ҡалманы.
Буяуҙары яңыртлыған, гөл-сәскәгә күмелгән, йыйнаҡ ихаталы йорттар ауылдың йәме. Был халҡының тырышлығы һәм эшһөйәрәлеге тураһында һөйләй. Байрамда төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштар, матур ғаиләләр иғтибарһыҙ ҡалманы.
Күптән күрешмәгән ауылдаштар танһыҡтары ҡанғансы аралашты. Бөгөнгө осрашыу һәр береһенең күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Ике улын юғалтып донъялыҡта япа-яңғыҙы ҡалған Хәмдүнә Сәхибгәрәй ҡыҙы өсөн дә бөгөнгө байрам күңел байрамына әйләнде.
Көнтүгеш ауылы халҡының байрамы һәр кемдең күңел тәҙрәләрен асып яҡтылыҡ шәмен балҡытты. Был шәм киләһе осрашыуҙарға тиклем балҡыһа ине.
Әлфиә Хәбирова




