Уңыш бөртөкләп йыйыла

Бөгөн Күмертау ҡалаһында игенселек конференцияһы уҙғарылды. Республика ауыл эшсәндәре алдында власть органдары вәкилдәре сығыш яһап, аграр йүнәлеш яңылыҡтары менән таныштырҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға Маяҡ ауылындағы элеваторға экскурсия ойошторолдо.

Фото №1 - Уңыш бөртөкләп йыйыла

Республика төбәктәренән йыйылған ауыл эшсәндәре тәүбашлап Күмертау ҡалаһындағы май һығыу заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятияның эш ҡеүәте тәүлегенә 1200 тонна тәшкил итә, көнбағыш башлыса күрше райондарҙан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән килтерелә. Транспорт етерлек, кәрәк икән, сеймалды үҙҙәре лә барып алалар.

Предприятиеның Шишмәләге бүлексәһендә тиҙҙән рапс эшкәртелә башлаясаҡ. Был республика ауыл хужалығы өсөн ыңғай күренеш. Һауа торошо тотороҡһоҙ булыуға ҡарамаҫтан, игенселәр быйыл уңыш уртаса күрһәткестәрҙән яҡшыраҡ булыр тип ышана.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры: “Ун-ун биш көндән беҙ ужым культураларын йыя башлаясаҡбыҙ. Алдан күҙаллауҙар буйынса, бойҙайҙың күләме уҙған йылға ҡарағанда кәмерәк буласаҡ. Яҡынса өс миллион тонна тирәһе. Былтыр рекорд уңыш йыйылғайны, һорау аҙ булды, быйыл хәл икенсерәк булыр тип көтөлә.”

Башҡортостан ауыл эшсәндәре билдәләүенсә, киҫкен проблемаларҙы тик берҙәм көс менән генә хәл итергә була.

Сара барышында бойҙайҙың биржа баҙарында яңы мөмкинлектәр тураһында фекер алышынды, игенде урыу һәм һаҡлау технологиялары, уны тимер юлы аша ташыуға бәйле һорауҙар барланды.

Шулай уҡ тиҙҙән берҙәм ауыл хужалығы һалымын түләүселәр өҫтәмә хаҡҡа һалым түләүселәр исемлегенә инәсәк. Был үҙгәреш ауыл эшсәндәренә сығымдары буйынса бюджеттан һалым иҫәпләүҙәрен кире ҡайтарыу мөмкинлеген дә бирә.

Был башланғыс намыҫһыҙ алыпһатарҙарҙың эшмәкәрлегенә нөктә ҡуйыр тип көтөлә. Сөнки бөгөн һатып алыусылар тик һалым түләгән предприятиялар менән генә эшләргә риза. Шулай уҡ өҫтәмә хаҡҡа һалым продукцияға хаҡты 10 процентҡа арттырыу хоҡуғын да бирә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ