Ишембай районының Берғамыт шишмәһе буйында география уҡытыусыларының өсөнсө республика слеты үтте. Республика район-ҡалаларынан 400-ләп ҡатнашыусыны йыйған сара быға тиклем Белорет, Бөрө райондарында үткән. Быйылғыһы 2020 йылда Башҡортостанда көтөлгән Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.
Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған география уҡытыусылары ҡоронда һәр команда жюри хөкөмөнә райондарҙың йолалары, этнографияһы, билдәле шәхестәре тураһында күргәҙмә тәҡдим итте. Былтыр беренсе урын яулаған учалылар сираттағыһында ла сәмләнеп сығыш яһаны.
Өс көн дауам иткән сарала география уҡытыусылары командаларға берләшеп, концерт номерҙарын күрһәтте, үҙ райондары хаҡында мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр менән бүлеште. Иртәгәһенә ҡатнашыусылар спорт ярыштарында, ҡаршылыҡтар майҙанында көс һынашты. Йыйылыштың иң ҡыҙыҡлы өлөшө - урындағы тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу, Торатауға менеү, Хажы мәмерйәһенә, Әхмәт-Зәки Вәлиди музейына барыу булды. Сәсәниә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева йыйылыш программаһын "Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫы" темаһына арналған оҫталыҡ дәресе менән байытты.
География уҡытыусылары йыйылышында төрлө райондарҙан килгән 33 команда һәм 250-нән ашыу география уҡытыусылары ҡатнашты. Быйылғы сара урыны тип Ишембай районы Хажы ауылы эргәһендә юҡҡа ғына һайланмаған. Был ер хозур тәбиғәте менән йәлеп итә. Ошо ерҙә урғылып сыҡҡан Берғамыт шишмәһе лә уникаль карст сығанағы булараҡ билдәле.
Лилиә Әһлиуллина




