Миҙгел асылғандан алып Өфө пляждарында 33 меңгә яҡын кеше һыу ингән

Быйыл баш ҡалала барлығы рәсми рөхсәте булған 9 ял итеү урыны иҫәпләнә. Ағиҙел ярында урынлашҡан "Ҡояшлы" пляжы ғына 9 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Һыу инергә рөхсәт бирелгән урындарҙа ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бар шарттар тыуҙырылған. Ҡотҡарыу хеҙмәте лә эшләй. Әммә, ҡайһы берәүҙәр ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, тыйылған урындарҙа һыу инеүҙе хуп күрә. Уларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.