Борай районының 2-се Борай гимназияһында төҙөкләндереү эштәре бара. "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы булдырған "Балаларға - спорт" проекты сиктәрендә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн спорт залы реконструкциялана: стеналар тигеҙләнә, яңы иҙәндәр һалына. Ремонтҡа 500 мең һум аҡса бүленгән. Уҡыу йылы башланыуын мәктәп коллективы ла, ауыл халҡы ла түҙемһеҙләнеп көтә.




