Ҡатил табылған

Стәрлетамаҡта хәбәрһеҙ юғалған Максим Стародубовтың кәүҙәһе Ишембай районындағы гараждарҙың береһендә табылған. Ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото №1 - Ҡатил табылған

Бөгөн оперативниктар 34 йәшлек ирҙең үлемендә ғәйепләнеүсенән һорау алған. Тәфтишселәр Максим Стародубовтың ғүмере автомобиль өсөн ҡыйылған булыуын асыҡлаған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ике бала атаһы 3 июлдә транспорт сараһын һатыу өсөн Ишембай районы кешеһе менән осрашыуға китә. Әммә шул ваҡыттан алып уның менән бәйләнеш өҙөлә. Тикшереүҙәр барышында билдәле булыуынса, һатып алыусы осрашыуҙы кеше йөрөмәгән урында тәғәйенләй. Бында ул автомобиль хужаһына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, һуңынан ҡоралдан ата. Алынған йәрәхәттәрҙән Максим Стародубов һәләк була. Уның кәүҙәһен ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе ташландыҡ гараждарҙың бер подвалына йәшерә. Һүтелә башлаған инормарка туғанының гаражында табыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ