Йорттан ҡыуылған эттәргә яҡлау

Өфө районы Миловка ауылында миһырбанлы кешеләр ярҙамы менән хужалары ваз кискән йорт хайуандарына ваҡытлыса йәшәү өсөн приют асылған. Унда әлеге ваҡытта утыҙлап эт аҫрала. Ауыр хәлдә ҡалған йән эйәләренә ирекмәндәр һәм киң күңелле кешеләр ярҙам ҡулы һуҙа. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова репортажы.

Фото №1 - Йорттан ҡыуылған эттәргә яҡлау

Ҡасандыр мал аҙбары булып хеҙмәт иткән бина. Уның бер өлөшөндә дүрт аяҡлы йән эйәләре өсөн "Изгелек"приюты асылыуға ни бары ярты йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бында килеп юлыҡҡан эттәрҙән хужалары төрлө сәбәптәр арҡаһында баш тартҡан. Әммә улар был утыҙ квадрат метр майҙанда үҙҙәрен яҡлаулы һәм ышаныслы тоя. Сөнки уларҙы мал йәнле, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәләй.

Эттәр йәшәгән вольерҙар көн һайын дезинфекциялана. Уларҙың аҫтары таҙартыла, яҡшылап йыуыла һәм опилка түшәлә. Ике хеҙмәткәр бында тәртип булдыра һәм йорт хайуандарының һаулығын ҡайғырта.

Нина Иванова, приют хеҙмәткәре: «Барбоста яман шеш сире. Уға операция яһанылар. Хужаһы үҙе лә ауыр хәлдә. Һикһәнде уҙған хужаһы йөрәгенә операцияны уңышлы үткәрһә, этен кире үҙенә алырға вәғәҙәләне. Эттәр яңы хужа тапһа, беҙ шатланабыҙ ҙа, улар менән хушлашҡанда яманһыуыраҡ та.»

Бер көтөү эткә көнөн өс тоҡ ҡоро аҙыҡ, 20 биҙрә һыу бирелә. Приютта йәшәгән йорт хайуандары хаҡында социаль селтәрҙәрҙә лә мәғлүмәт етәрлек. Ирекмәндәр уларға үҙ теләге менән аҙыҡ килтерә, дауалау өсөн дарыуҙар юлларға ярҙам итә. Ошо акция ярҙамында күмәк көс менән эт тормошо еңеләйтелә.

Наталья Леушкина, Өфөнөң Дим районы экология-биология үҙәге директоры: «Эттәрҙе бик яратам. Шуға күрә лә уларға үҙ теләгем менән ҡоро аҙыҡ алып килдем. Уларға бер ни тиклем ярҙам булыр тип уйлайым.»

Ҡасандыр был йән эйәләре шәхси ҡулдарҙа булған. Әммә уларҙы хужалары яҙмыш ҡосағына ташлаған. Йыл башынан 6333 эт һәм меңгә яҡын бесәй махсус питомниктарға оҙатыласаҡ. Уларҙы аҫрау өсөн сығымдар ҡаҙнан бүленә. Әммә был ғына дүрт аяҡлы дуҫтарҙы бәләнән ҡотҡара алмай. Республикала ташланған эттәрҙең һәм бесәйҙәрҙең күплеген иҫәпкә алып, Яңы Черкассы ауылында приют төҙөү планлаштырыла. Проектты тормошҡа ашырыу ҡаҙнаға 130 миллион һумға төшәсәк. Йомшаҡ йөнлөләрҙе аҫрауға айына миллион ярым аҡса сарыф ителәсәк.

Был вольерҙарҙа утыҙлап эт аҫтарала. Бында килгән һәр кемде улар ләүкелдәп сәләмләй. Был тоғро йорт хайуандарының бөтәһенән дә хужалары баш тартҡан. Приютта эшләүселәр улар яҡын арала үҙҙәренә яңы хужалар табыр тип өмөтләнә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ