Мөхәббәт таш ярҙырта, тигән мәҡәл бар халыҡта. Бөгөн Октябрьский ҡалаһы ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында бер юлы ике пар законлы никахҡа инде. Йәш ғаиләләрҙе хәбәрсебеҙ Флорида Ким ҡотланы.
Мөхәббәт шаярмай, ул бит яндыра тип хистәре менән уртаҡлаша бәхетле парҙар. Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан ҡарттар һәм инвалидтар йортонда 430 кеше араһында Радмила менән Рәмил бер-береһенә ғашиҡ була. Бөгөнгө тантана улар өсөн күп йылдар хыял булып ҡына һаҡланған көн.
Ситтән ҡарағанда, кәләш менән кейәү ҡәҙимге пар. Әммә был йорт-интернатта тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо ябайҙан түгел, ауыр һынауҙар аша үткән. Радмилаға бәләкәй саҡта уҡ церебраль фалиж диагнозы ҡуйыла, ә уның тормош иптәше Рәмилдең күҙҙәре насар күрә. Тик йәштәр өсөн был кәртә түгел. Радмила француз телен өйрәнә, бәйләргә, сигергә ярата. Рәмил иһә спорт менән шөғөлләнә.
Етәксе әйтеүенсә, интернатта йәшәүселәр араһында ғаилә ҡороу тәүгеһе түгел. Һуңғы туғыҙ йылда һигеҙ пар законлы никахҡа ингән.
Никахға йыйылған ҡунаҡтар араһында тик интернат хеҙмәткәрҙәре. Улар ғаилә ҡороусылар өсөн атай-әсәй ҙә, ҡәйнә-ҡайны ла. Тормошта күп һынауҙар үткән, интернат тәрбиәләнеүселәре кәйефен бер ниндәй ҙә һикәлтә лә боҙа алмаҫ.
Флорида Ким





