Башҡортостанда ата-әсәләр балаларына билдәле футболсылар исемдәрен ҡуша башланылар. Был хаҡта юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 14 июнгә ҡарата Артем Дзюба айҡанлы Стәрлетамаҡта ете Артем, Иглин районында- ике Артем теркәлгән. Учалыла Александр Головин һәм Сергей Игнашевич айҡанлы балаларға йышыраҡ Сергей һәм Александр исемен ҡушалар.
Ә Ҡыйғы районында йәшәүселәр сабыйҙарына Ринальдо тигән исем бирәләр.Был исем билдәле футболсы Роналдо исеменән алына.




