Башҡортостанда йәйәүлене бәреп үлтергән водителде эҙләйҙәр

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Ейәнсура районында ирҙе бәрҙергән водителде эҙләй. Юл инспекторҙары мәғлүмәттәре буйынса, водитель ваҡиға урынынан ҡаса. Йәйәүле алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат була.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ырымбур йүнәлешендә хәрәкәт иткән «Лада Гранта» автомобиле водителе йәйәүлене тапай. Авария төндә теркәлеүе ихтимал.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында автомобиль ярсыҡтары ятып ҡала.

Шаһиттарҙың 8 (347) 235 84 02, 8 (347) 233 27 31 телефон һандары буйынса шылтыратыуҙары һорала.