Республикала үҫтерелгән йәшелсәләр тикшерелә. Ағымдағы йылдың икенсе кварталында йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән 421 субъектта тикшереү үтә. Шул иҫәптән, 243-һендә лаборатор контроль ойошторола.
Хәбәр итеүҙәренсә, йәшелсәләр тикшерелә. Һөҙөмтәлә, дөйөм һандан 1% талаптарға тура килмәй. Сөгөлдөр, ҡыяр һәм һуғанда нитраттар табыла.Талаптарға тура килмәгән йәшелсәләр өсөн 57 000 һум күләмендә штраф һалына. Был продукциялар күләме 907 кг тәшкил итә.
Балалар ял итеү лагерҙәрендә туҡланыуҙы тикшереү ваҡытында етешһеҙлектәр табыла. Башлыса, йәшелсәләрҙе эшкәртмәйҙәр. Етешһеҙлек өсөн ашханалар эшмәкәрлеге туҡтатыла.
Фото: Интернет




