Өфөлә йәйге осорҙа ауыр йөк ташыусы транспорттар өсөн хәрәкәт итеү сикләнә. Сикләү 31 августҡа тиклем дауам итәсәк.Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Ҡалаға инеү һәм сығыу урындарында тыйыу тураһында юл билдәләре урынлаштырылған.Сикләү осоронда йөк 22:00 - 10:00 сәғәттәрҙә хәрәкәт итеү рөхсәт ителә.
Билдәләп үтергә кәрәк, сикләү асфальт ҡатламын һаҡлау маҡсатында башҡарыла.
Фото: Интернет




