10 августта формаль булмаған торлаҡ-коммуналь хужалығы форумы уҙасаҡ. Сара был өлкө проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Форумда республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Форумда түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Йылытыу системаһына ҡағылышлы, яңы информацион технологиялар хаҡындағы һорауҙар тикшереләсәк.
Сығыш яһау өсөн алдан яҙылыу мотлаҡ. Электрон почта energo@ufacity.info. Телефон: 2762073.




