Республикала йәшәүсене законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн хөкөм итәсәктәр

Учалыла 35 йәшлек ир законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлектәр менән сауҙа иткәне өсөн суд алдында яуап тотасаҡ.

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә,уҙған йылдың ноябрь айында законһыҙ сауҙа өсөн штраф ала. Ул саҡта уға 30 000 һум күләмендә штраф түләй. Тик ир был эшмәкәрлекте туҡтатмай һәм бер ай уҙғас, тағы ла тотола.

Спиртлы эсемлек этил спирты нигеҙендә яһала. Ул талаптарға тура килмәй һәм һаулыҡ өсөн бик зыянлы. Енәйәт эше судҡа тапшырыла.

Фото: Интернет