Яҡшы уҡыусыларҙың стипендияһына өҫтәлмә ярҙам. Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса йөҙ балл йыйған сығарылыш уҡыусылары , республика юғары уҡыу йортон һайлаған осраҡта, стипендияһына өҫтәмә аласаҡ. Тәүге уҡыу йылының ярты йыллығында студенттар 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта матбуғат конференцияһында республиканың Мәғариф министры Гөлназ Шафикова белдерҙе.
Быйылғы йылда Башҡортостанда 54 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға яҙа. Иң популяр фәндәр булып йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия һәм биология ҡала килә. Гөлназ Шафикова билдәләүенсә, 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйған уҡыусылар һаны күбәйә һәм минималь балл йыйыусылар әҙәйә.




