Өфөлә Тыныслыҡ урамындағы скверҙы төҙөкләндереү эше тамамлана

Бөгөн сквер күҙгә күренеп үҙгәргән. Эштәр торлаҡ йорт проекты сиктәрендә башҡарыла.

Фото №1 - Өфөлә Тыныслыҡ урамындағы скверҙы төҙөкләндереү эше тамамлана

Эшселәр яңы бордюрҙар урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Был аҙнала асфальт һалыу эшен тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ, газондарҙы ла тәртипкә килтерәсәктәр. Скверҙа тағы ла ике яңы сәскә түтәле барлыҡҡа килде.

Шулай уҡ, яңы эскәмйәләр ултыртыу күҙаллана. Яңы сквер Орджоникидзе районының матур бер биҙәгенә әүереләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ