Өфөнөң архитектура һәйкәлдәре исемлегенә Першиндар утары индерелде

Воровский менән Коммунистик урамдары киҫелешендә Першиндар утары урынлашҡан. Утар тарихи-архитектор комплекс булып тора. Ул биш бинанан тора.

Фото №1 - Өфөнөң архитектура һәйкәлдәре исемлегенә Першиндар утары индерелде

Першиндар осоронда комплекс төҙөклөгө менән айырылып тора. 1760 йылда төҙөлгән бина ҡалала иң боронғоларҙан һанала. Йортто бер нисә тапҡыр һүтеп, урынына күп фатирлы йорт төҙөргә уйлайҙар. Тик Першиндар утарының дүрт йорто һаҡлауға мохтаж объекттар иҫәбенә индерелгән.

Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылып сыға. Исемлеккә Коммунистик ур., 117а, 117а һәм 117/1 адрестары инә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ