Башҡортостанда Нура йылғаһы аша күпер асылды

Белорет районында Нура йылғаһы аша күперҙе тантаналы шарттарҙа астылар. Сара ҡаланың 256 йыллығына арнала. Күперҙе асыу тантанаһында Белорецк районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Белорецк ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Поляков,Ломовский ауыл советы башлығы Сергей Федеров һәм Ломовка ауыл халҡы ҡатнашты.

Белорет районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә,күперҙе ремонтлау эше уҙған йылдың июль айында башлана һәм билдәләнгән ваҡыттан ике йылдан алдан тамамлай. Күперҙең хәрәкәт итеү өлөшө өс метрлыҡ ике һыҙаттан тора. Юлға билдәләр урынлаштырылған, йәйәүлеләр өсөн тротуар булдырылған.