Республикала ял көндәрендә һауа торошо эҫе һәм ямғырлы буласаҡ

Төбәктә ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы 30 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала ял көндәрендә һауа торошо эҫе һәм ямғырлы буласаҡ

Шәмбе, 14 июлдә, республикала көнөдөҙ һәм төндә ямғыр яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа йәшенле ҡойма ямғыр үтәсәк. Һауа температураһы көндөҙ 28 градусҡаса күтәреләсәк, төндә + 17 градус.

Йәкшәмбе,15 июлдә, һауа температураһы төндө 17 градус йылы, көндөҙ 30 градус эҫе булыуы көтөлә. Шулай уҡ, йәшенле ямғырҙар көтөлә. Ел көнсығыштан, талғын.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ