Үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан мәлдә етешһеҙлектәр табыла. 12 бала тренерҙары менән Инйәр йылғаһы кимәле күтәрелеүе сәбәпле, йылға аша сыға алмай.
Прокуратура хәбәр итеүенсә, 14 йәштән 18 йәшкәсә балалар Инйәр йылғаһын аша сыға алмай. Ҡаршы яҡ ярға уларҙы ҡотҡарыусылар катамарандарҙа алып сыға. 10 июлдә туристик төркөм Өфөгә ҡайта. Тикшереүҙән һуң асыҡланыуынса, учреждение етәкселеге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына уҙасаҡ поход тураһында хәбәр итмәй.
Был балалар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Киләсәктә бындай етешһеҙлектәрҙе булдырмау маҡсатында,тейешле саралар күреләсәк. Яуаплы кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Фото: Интернет




