Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башынан 20 кеше батып үлә

1 июндән республикала 22 бәхетһеҙ осраҡ теркәлә. Һыу ингән ваҡытта 20 кеше батып үлә, шул иҫәптән өс бала.

Башлыса, ҡарауһыҙ ҡалған балалар бәхетһеҙ осраҡҡа тарый. Ваҡиғаларҙың 85% ауыл биләмәләрендәге бәләкәй йылғаларҙа теркәлә. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында өҫтәлмә саралар күреү мөһим.

Һыу объекттарында хәүефһеҙлек айлығын дауам итеү ҡаралды. Һыу ингән ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Ҡотҡарыусылар эшләгән һыу инеү урындарын һайларға кәрәк.

Фото: Интернет