Күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр Өфө ҡалаһы хаҡында күберәк бел аласаҡ. «Ҡала тауышы» проекты сиктәрендә ҡала тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында яңы мәғлүмәт алып буласаҡ.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары үҙ проекттарын булдыра. Проект РФ Президенты Грантына лайыҡ була. Был аҡсаға ирекмәндәр махсус принтер һатып ала. Уның ярҙамында күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тактиль иллюстрациялар яһала.
Макеттарҙы тотоп ҡарарға һәм Брайля шрифты ярҙамында уҡырға мөмкин. Әлегә тик һынау экскурсиялары ғына ойошторола. Уңыш йылмайғанда, бындай саралар даими уҙғарыласаҡ.
Фото: Интернет




