Суд приставтары менән һалым хеҙмәте берҙәм эш башҡарҙы. «Юл приставы» акцияһы ярҙамында бурыслыларҙың автомобилдәре асыҡланды. Барлығы 90 автомобилгә арест һалына.
Суд приставтары хәбәр итеүенсә, «Юл приставы» системаһы ярҙамында бер нисә секунд эсендә автоһәүәҫкәрҙең бурысы бармы икәнлеге асыҡлана. Юл инспекторҙары, автомобилде туҡтатҡас,суд приставтары бурысты ҡайтара йә иһә транспортҡа бик һала. Әгәр ҙә урында бурысты түләү мөмкинлеге булмаһа, автомобилде махсус һаҡлау урынына оҙаталар. Уҙған сара 5 млн 900 000 һумлыҡ 90 машинаға бик һалына.
Махсус урынға бурыслыларҙың 40 автомобиле оҙатыла. Барлығы 2 млн 400 мең һум бурыс ҡайтарыла. Был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк.
Фото: Интернет




