Өфөлә сәскәләр фестивале старт алды

Өфөнөң Октябрь районында сәскәләр фестивале башланды. Сара республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Конкурс өс этапта үтәскә. Беренсе этап 25 июлгә тиклем дауам итәсәк, икенсеһе- 31 июлдән 3 августҡа тиклем.Фестиваль 17 августта байрам программаһы һәм еңеүселәрҙе билдәләү менән тамамланасаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявка бирергә кәрәк. Адресы: М. Жуков ур., 3/2, №2, 3 бүлмә. Номер: 236-96-61, 230-47-84.

Фотография: Интернет