Өфөлә торлаҡ йорт төҙөлөшө маҡсатында ер биләмәләре һатыласаҡ. Сауҙаға алты участка сығарыласаҡ. Был хаҡта Ер һәм милек мөнәсәбәттәре идарылығы хәбәр итә.
Иң күп биләмәләр һаны Октябрь районында, унда өс ер участкаһы. Унан ҡала ике биләмә Калинин районында һәм бер участка- Ленин районында.
Аукционда ҡатнашыу өсөн 20 августҡа тиклем заявка бирергә кәрәк. Сауҙа 24 августта 15:00 сәғәттә уҙа. Адрес: Октябрь проспекты, 56/3,524-се бүлмә.
Фотография: Интернет




