Өфөнөң Дим районында ағымдағы йыл башынан 612 яңы тыуған сабый теркәлгән. Уларҙың 311-е-малай,ҡалған 301-е-ҡыҙҙар. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.
265 ғаиләлә тәүге сабый донъяға килгән, 243 ғаилә-икенсе бала, 74-тә өсөнсө, ә 18 ғаиләлә дүртенсе һәм артанбанғы балалар тыуған. Ун ғаиләне игеҙәктәр ҡыуандырған. Шулай уҡ, популяр исемдәр асыҡланған. Шулай итеп, Дим районында малайҙарҙы йыш ҡына Әмир, Асҡар, Даниил, Кирилл тип атайҙар. Ә ҡыҙҙарға София, Милана, Анна, Виктория тип исем ҡушалар. Һирәк осрай торған исемдәр- Ян, Яков,Юлай, Эрик, Юлия, Юлианна, Эсмира , Эмма.
Фотография: Интернет




