Республикала тәүге сабый өсөн социаль ярҙамды биш меңгә яҡын ғаилә ала

Ғаиләләргә бер тапҡыр түләнә торған социаль ярҙам планы артығы менән үтәлә.Был хаҡта республиканың төҙөлөш һәм архитектра буйынса дәүләт комитеты рәйесе Егор Родин хәбәр итте. Документҡа ярашлы, 300 мең һум күләмендәге ярҙамды тәүге сабыҙары донъяға килгән ғаиләләр ала.

Тәүҙә социаль ярҙам өс йыл дауамында 2000 ғаиләгә тапшырылырға тейеш була. Был норматив 2017 йылда уҡ үтәлә. Республиканың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, социаль ярҙам алыуға биш меңдән ашыу ғаилә ғариза яҙа. 4964 ғаилә сарала ҡатнаша, 1750 ғаилә таныҡлыҡ ала, ә 1452 ғаилә-аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшә.

Фото: Интернет