Республикала һауа торошо +32 градусҡаса эҫетәсәк

Иртәгә,17 июлдә, республикала көндөң икенсе яртыһында һауа температураһы + 32 градусҡаса эҫетеүе ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.

Фото №1 - Республикала һауа торошо +32 градусҡаса эҫетәсәк

Метеорологтар вәғәҙә итеүенсә, шишәмбе республикала ваҡытлыса ямғырҙар үтәсәк, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 20 градус йылы,көндөҙ 32 градус эҫе буласаҡ.

Башҡалала яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 17 градус йылы, көндөҙ утыҙ градуслыҡ эҫе көтөлә.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ