Күперҙе асҡандан алып ике ай ваҡыт уҙҙы. Ошо ваҡыт арауығында унан бер миллиондан ашыу машина, шулай уҡ, автобустар һәм мотоциклдар үткән. Ҡырым йүнәлешенә- 554 000, Таман яғына - 470 000 автомобиль уҙған.
РИА Новости белдереүенсә, июль айында хәрәкәт итеү 40%-ҡа артҡан. Күпер аша тәүлегенә уртаса 22 000 автомобиль уҙа. Тәүлегенә 31 511 автомобиль-рекорд иҫәпкә инә.
Билдәләүҙәренсә, Ҡырым күпере илдә иң оҙоно булып һанала. Уның оҙонлоғо-19 саҡрым.
Фото: Интернет




