29 июлдә Өфөнөң Дим районы паркында игеҙәктәр фестивале уҙасаҡ. Сара республиклала иғлан ителгән ғаилә йылына арнала.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусыларҙы төрлө конкурстар, уйын майҙансыҡтары, ғаилә өсөн мауыҡтырғыс программа көтә.
Йыл башынан алып Дим районы ЗАГСында ун пар игеҙәктәр теркәлгән.
Байрамда ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү мөһим. Белешмә өсөн телефон: (347) 281 94 37.




