Өфөлә еләк баҙарында 11 тонна еләк һатылған

Өфөлә ял көндәрендә еләк йәрминкәһе үтте. Башҡалаға еләк төрҙәрен республиканың ете районы алып килде. Барлығы ике миллион һумға торошло продукция һатыла. Йәрминкәлә өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Фото №1 - Өфөлә еләк баҙарында 11 тонна еләк һатылған

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иң күләмле уңышты Шаран районы хужалығы алып килгән. Барлығы сауҙаға ун бер тонна еләк алып киленә, шул иҫәптә 8,5 тонна-Шарандан.

Йәрминкәлә республиканың 12 районы ҡатнаша. Еләктән тыш, сауҙала һуған, ҡыяр кеүек продукциялар тәҡдим ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ