Башҡортостанда пассажирҙар ташыусы яңы автобустар етештерәсәктәр

Башҡортостанда яңы автобустар етештереү күҙаллана. "Нефаз" автозаводы төбәктең инвестициялар проектына ингән яңы модель проект эшләй. Пассажирҙар ташыу өсөн тәғәйенләнгән автобустарҙы яҡын арала етештерә башлаясаҡтар.

Документ мәғлүмәттәре буйынса, проект эштәренә 149 млн һум һалынасаҡ. Бынан тыш, 20 хеҙмәт урыны барлыҡҡа киләсәк. Төбәк власе был проектты хуплап сыға.

Шулай уҡ, Хөкүмәт һалым буйынса ташлама яһаясаҡ. Эштәр уңышлы барғанда, автобустарҙы етештереү 2019 йылда башланасаҡ. Әлегә яңы автобустар ниндәй күләмдә сығарылыуы билдәһеҙ.

Фото: Интернет.